Хәрби-патриотик айлыҡ
Март 11, 2022
Просмотров: 52
Ниғәмәт урта мәктәбендә 31 ғинуарҙан 28 февральга тиклем Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Тәфтизан Миңлеғоловтың 100 йыллығына арналған хәрби-патриотик айлыҡ юғары кимәлдә үтте тип әйтергә мөмкин. Айлыҡ тантаналы линейка менән асылды. Хәрби - патриотик айлыҡ сиктәрендә уҡыусыларға Афған һуғышы яугирҙәре, әрме сафынан ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыу үткәрелде. Тыл ветерандарына тимур командаһы ярҙамға барҙылар. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған йыр, стенгазета сығарыу конкурстары үтте, ҡотлау открыткалары эшләнеләр. Уҡыусылар араһында көсөргәнешле "Йәгеҙ әле, егеттәр", "Зарница" , хоккей ярыштары үтте. Класс сәғәттәре, китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Бер ай буйы уҡыусылар дәрескә хәрби кейемдә йөрөнөләр.
Ғөмүмән, хәрби-патриотик айлыҡ уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятҡанҡандыр тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән, хәрби-патриотик айлыҡ уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятҡанҡандыр тип ышанабыҙ.