Әлифба байрамы
Март 6, 2019
Просмотров: 12
Беренселәрҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы булып үтте. Беренсе класс уҡыусылары ҙур шатлыҡ кисерәләр,сөнки улар әлифбаның 42 хәрефен өйрәнеп, уны уҡып бөттөләр һәм уның менән хушлашалар.Әлифба байрамы- уҡыусыларҙың ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһау тантанаһы ул. Балалар уҡырға, яҙырға, әҙәпле булырга, өлкәндәрҙе һәм кескәйҙәрҙе ихтирам итәргә, коллектив менән дуҫ һәм татыу йәшәргә, ирешкән уңыштарға шатланырға, ярҙамсыл булырға өйрәнделәр. Беренселәрҙе ошо тәүге еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.