ЮНЕСКО мәктәбе дуҫтарын йыйҙы

Март 24, 2019 Просмотров: 23

Белешмә: ЮНЕСКО – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының (БМО) бер тармағы булып тора. 1945 йылдың 16 ноябренда барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта 195 дәүләт ЮНЕСКО ағзаһы, 11 дәүләт хеҙмәттәшлек итә. Штаб-квартира Парижда, генераль директоры Одри Азуле (Франция). ЮНЕСКО ҡарамағында йәмғиәт үҫеше өсөн иң мөһим булған мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре. Төп маҡсат: Халыҡ-ара тыныслыҡ һәм дөйөм үҫеш.

Билдәле булыуынса, 2019 йыл БМО тарафынан Халыҡ-ара Аҫаба халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителде. Аҫаба халыҡтарҙың тел, мәҙәниәт үҙенсәлектәре һәм тарихи үҫеше буйынса бик күп эштәр башҡарыласаҡ йыл дауамында. Әлбиттә, был эштәр быға тиклем дә бара, һәм күп мәктәптәрҙә бик яҡшы ойошторолоған. Мәктәптең конференц-залында дауам иткән һөйләшеүҙәрҙә эшләнгән эштәрҙе, булған тәжрибәне республика, ил һәм донъя кимәленә сығарыу, төрлө илдәр менән бәйләнештә берҙәм маҡсаттар ҡуйып эшләү, балаларҙы глобаль темаларға фекерләргә өйрәтеү һәм әүҙемләштереү һәм башҡа күп төрлө мәсьәләләр ҡаралды. Йылайыр районының ЮНЕСКО эштәре буйынса муниципаль координаторы Л.М.Фатҡуллинаның сығышы бигерәк тә фәһемле булды.  Баймаҡтар ҙа, йылайырҙар ҙа үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. 2-се һанлы мәктәп уҡыусыларының төрлө телдәрҙә матур итеп йырлауы һоҡландырһа, йылайырҙарҙың төрлө яҡлы алып барылған, матбуғат биттәрендә, телевидениела сағылыш тапҡан эштәре сәмләндерҙе. “Быны беҙ ҙә булдыра алабыҙ бит!” – тигән фекерҙәр яңғыраны, артабан тығыҙыраҡ бәйләнештә булыу тураһында һүҙ алып барылды. Дөйөм маҡсаттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотоп һәм район-ара хеҙмәттәшлекте нығытып, Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы (Иҫәнбаев Р.Ф.) һәм Йылайырҙың Н.Р.Иреков исемендәге (Щипакин А.А.) ЮНЕСКО мәктәптәре хеҙмәттәшлек итеү тураһында Килешеү төҙөнө.

 Рәхимова Т.Х., Ниғәмәт урта мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.