"Беренсе республика" фильмы менән танышыу

Апрель 17, 2019 Просмотров: 18

Ниғәмәт мәҙәниәт йортонда мәктәп менән берлектә театр йылына бағышланған сара булып үтте. Тәүге өлөшө кинола Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролен башҡарыусы Хасанов Рафиҡ менән осрашыу булып үтһә, икенсе өлөшөндә "Беренсе Республика" киноһы күрһәтелде. Сара фәһемле булды, кино бөтәһенең дә күңелен тетрәндерҙе һәм тәрән уйға һалды.