Ололар көнө

Октябрь 3, 2019 Просмотров: 38

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе!
Тәбиғәттең алтын төҫкә мансылған матур бер мәлендә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған оло йәштәгеләр көнөн билдәләйбеҙ. Ниғәмәт  урта мәктәбендә лә ошо матур байрамды ололап үткәреү изге йолаға әйләнгән. Башланғыс мәктәп уҡыусылары -3 класс тарафынан әҙерләнгән  матур йырҙар һәм шиғырҙарҙы хөрмәтле ҡунаҡтар ихлас ҡабул иттеБайрам сәй табыны артында дауам итте. Һүҙ ҡеүәтенән, йыр-моңдан күңелдәре көрәйеп, кәйефтәре күтәрелеп таралышты көн геройҙары.