Уҡытыусы
Октябрь 7, 2019
Просмотров: 21
Донъяла иң изге, сауаплы һөнәрҙәрҙең береһе – ул уҡытыусы һөнәре. Яҡынлашып килгән байрам айҡанлы, беҙҙең мәктәп уҡыусылары ветеран уҡытыусыларҙы ҡотланылар. Ветерандарыбыҙ мәктәптә эшләү дәүерендәге матур хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, уҡыусыларға теләк - кәңәштәрен еткерҙеләр, яҡшы уҡырға өндәнеләр.