Яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу

Декабрь 11, 2019 Просмотров: 69

26 ноябрь Ниғәмәт мәктәбендә билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән ауыл китапханасыhы Гөлбикә Сафа ҡыҙы бик фәһемле осрашыу үткәрҙе. Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштыҡ. Лира Әхмәт ҡыҙы үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен, теләктәрен китап уҡыусыларға еткерҙе. Тик изгелек, яҡшылыҡ, иман менән йәшәргә өндәне. Рәил Хәсәнов, Гөлсирә Ғәббәсова моңло йырҙары, Айгүзәл Хәсәнова дәртле бейеүе менән ҡыуандырҙы. Рәйсә Иҫәнбаева, Зөһрә Хәсәнова, Рәйсә Рәхимова яҙыусыға бай ижады, бигерәк тә әүлиәләр тормошо тураһында яҙыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Яҙыусы мәктәпкә үҙенең китаптарын бүләк итте.