Рәхмәт яуһын әсәйҙәргә

Декабрь 11, 2019 Просмотров: 66

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларғалыр бөтә ауырлыҡ.
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте. Уҡыусылар ҡәҙерле кешеләрен ҡотлап, матур, сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар.