Бал-маскарад

Январь 21, 2020 Просмотров: 22

Ниғәмәт урта мәктәбендә башланғыс һәм өлкән кластар өсөн Яңы йыл балмаскарады үтте. Йылдағыса, ауыл китапханаһының иң күп китап уҡыусыларына БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәтйәнова М.Б. исемендәге приз тапшырылды. Призды тапшырырға Мәсүрә Барый ҡыҙының Ишембай ҡалаһында йәшәүсе улы БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле бейеүсе Артур Рим улы Мөхәмәтйәнов ғаиләһе менән килде. Премия быйыл 3-сө класс уҡыусылары Илназ Хибатуллин менән Искәндәр Йәмлихинға тапшырылды. Аталы-уллы Мөхәмәтйәновтарҙың бейеүе байрамға ҙур шәп бүләк булды.