"Йыл уҡытыусыһы - 2020"

Январь 30, 2020 Просмотров: 23

Ниғәмәт мәктәбендә "Йыл уҡытыусыһы - 2020" конкурсының мәктәп этабы үтте. Бәйге барышында уҡытыусылар асыҡ дәрес үткәрҙе, "Мин - уҡытыусы" тигән эссе яҙҙы.
3-сө урынды Рәзилә Рәил ҡыҙы Сәлимйәнова, Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы Хәсәнова,
2-се урынды Ринат Нурмөхәмәт улы Һибәтуллин,
1-се урынды Бикеш мәктәбе филиалы уҡытыусыһы Әнүзә Таһир ҡыҙы Азаматова яуланы.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов һәм уҡыусылар башҡарыуында моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.
"Йөрәгемде балаларға бирәм" номинацияһында Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы еңеүсе булды һәм ижади эшен сәхнәнән уҡып ишеттерҙе. Уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен асҡан ижади эште бер кем дә битараф тыңлай алманы.
Мәғариф ветераны Рәмил Хәсәнов уҡытыусыларға эштәрендә уңыштар, балаларға тырышып уҡыуҙарын теләне.