Театр йылын ябыу
Февраль 26, 2020
Просмотров: 16
Мәктәптә Театр йылын тантаналы рәүештә ябыу сараһы үтте. 2019 йылдағы булған уңыштарыбыҙға йомғаҡтар яһалды, уҡыусылар сағыу концерт номерҙары күрһәттеләр.
Йыл буйына актив булған уҡыусыларҙы мәктәп директоры Наиль Әхмәҙулла улы тәбрикләне. Мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә булған "Ағинәйҙәр" клубы ағзаларына, Рәмил Сәфәрғәле улына, Гөлбикә Сафа ҡыҙына, Рәмзилә Нурулла ҡыҙына , Сәлих хәҙрәткә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Сарала , Хәтер һәм Дан йылына старт бирелде.