Хәрби-патриотик айлыҡҡа йомғаҡ яһалды

Март 4, 2020 Просмотров: 23

Ниғәмәт урта мәктәбендә Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хәрби-патриотик айлыҡ юғары кимәлдә үтте тип әйтергә мөмкин. Айлыҡ 27 ғинуар мәктәптә тантаналы линейка менән асылды. Хәрби - патриотик айлыҡ сиктәрендә уҡыусылар Афған һуғышы яугирҙәре, әрме сафынан ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыу үткәрелде. Тыл ветерандарына тимур командаһы ярҙамға барҙылар. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған йыр, стенгазета сығарыу конкурстары үтте, ҡотлау открыткалары эшләнеләр. Уҡыусылар араһында көсөргәнешле "Йәгеҙ әле, егеттәр", "Зарница" , хоккей ярыштары үтте. Класс сәғәттәре, китаптар күргәҙмәһе, Темәс музейына экскурсия ойошторолдо. Бер ай буйы 8-9 класс уҡыусылары дәрескә хәрби кейемдә йөрөнөләр. Байрам алдынан атайҙарҙы саҡырып, уларға концерт күрһәттек.
Ғөмүмән, хәрби-патриотик айлыҡ уҡыусыларҙа Тыуған илгә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятҡанҡандыр тип ышанабыҙ.
ОБЖ уҡытыусыһы Гарифуллин Р.Г.