Тарих һөйләй ҡурсаҡтар

Апрель 26, 2021 Просмотров: 31

16 апрель - "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары менән берлектә  Башҡорт милли кейеме көнөнә арнап, мәктәптә "Тарих һөйләй ҡурсаҡтар" исемле матур сара үткәрелде.
Башланғыс класс ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡурсаҡтарына милли күлдәктәр тегеп, күргәҙмә ойошторҙолар. Ҡурсаҡтарҙың тарихына байҡау яһалды, ағинәйҙәр үҙҙәренең тәүге ҡурсаҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Байрам уҡыусыларҙың бейеүҙәре, инәйҙәрҙең йырҙары менән аралашып барҙы.