1. Родителям
  2. Новости
  3. Этношәмбе

Этношәмбе

Октябрь 21, 2019 Просмотров: 13

19 октябрь көндө мәктәбебеҙҙә "Көҙгө милли биҙәктәр" исемле этношәмбе үтте.
Был көндө уҡыусылар иртә менән дәртләнеп милли кейемдәрҙә мәктәпкә килде. Милли ризыҡтар менән өҫтәлдәр биҙәлде, ҡурайға, башҡорт кейемле ҡурсаҡтарға ,""Өләсәйем һандығы" күргәҙмәләре ойошторолдо. Саҡырылған ҡунактар - Ниғәмәт мәҙәниәт мөдире Рәмзилә Нурулла ҡыҙы, оҫта ҡурайсы Рәмил Сәфәрғәле улы, мәргән уҡсы Гафур Рафиҡ улы , "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары этношәмбене үҙ сығыштары менән йәмләне лә, йәнләндерҙе лә. Рәмил Сәфәрғәле улы башҡорт көйҙәре, ҡурай тураһында һөйләп үтте, өҙҙөрөп уйнаны, Рәмзилә Нурулла ҡыҙы башҡорт бейеүе менән күңелдәрҙе яуланы. Гафур Рафиҡ улы башҡорт яугирҙәренең ҡоралы - уҡ - һаҙаҡтан атыу буйынса мастер-класс үткәрҙе, әйткәндәй. Ә "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында һөйләнеләр.
Сараның икенсе өлөшөндә урта һәм өлкән класс уҡыусылары милли ризыҡ, башҡорт кейеме, мәҡәлдәр , М.Кәрим ижады буйынса һынау тоттолар. Ә башланғыс класс уҡыусылары башҡорт халыҡ уйындары менән яҡыныраҡ таныштылар.
Уҡыусылар сарала ихлас ҡатнашып, дәртләнеп таралыштылар.