1. Родителям
  2. Новости
  3. "Өләсәйем һандығы"

"Өләсәйем һандығы"

Декабрь 25, 2019 Просмотров: 71
12 декабрь, Ниғәмәт урта мәктәбендә ауыл ағинәйҙәре, мәктәп уҡыусыларын, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен, күрше 2-се Этҡол, Байым, Үрге Яйыҡбай ауылдары ағинәйҙәрен, уҡыусыларҙың өләсәйҙәрен саҡырып, "Өләсәйем һандығы" исемле милли байрам үткәрҙе. Ағинәйҙәр һандыҡтағы ҡомартҡылар: боронғо күлдәк, селтәр, ҡашмау, биҙәүестәр, шәлдәр, ҡорамалар тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар ҡунаҡтарға матур концерт номерҙары: йырҙар, бейеүҙәр бүләк итте. Ауылдың абруйлы өләсәйҙәре балаларға үҙҙәренең теләктәрен әйтте. Ҡунаҡтар Ниғәмәт ағинәйҙәренең мәктәптәге милли рухта биҙәлгән бүлмәһе менән таныштылар. Ағинәйҙәр тәжрибә уртаҡлашыу алдағы йылда ла дауам итер тигән теләктә таралышты.