1. Родителям
  2. Новости
  3. Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Март 4, 2020 Просмотров: 20
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.
Ошо көн уңайынан мәктәптә тантаналы линейка үтте.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Алтынгужина Н.М. телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү һәр кемебеҙҙең бурысы икәнен иҫебеҙгә төшөрҙө. Мәктәп директоры Иҫәнбаев Н.А. тоталь диктантта актив ҡатнашырға саҡырҙы.
Уҡыусылар башҡорт телен данлап шиғырҙар һөйләнеләр.
Тантаналы линейка барлыҡ ҡатнашыусыларҙың "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарыуы менән тамамланды.
 “Тоталь диктант ” яҙыу беҙҙең мәктәптә лә ойошҡанлы рәүештә үтте. Уҡыусыларға, уҡытыусыларға сертификаттар тапшырылды.