Ниғәмәттең "Рух ҡоштары"
Декабрь 25, 2018
Просмотров: 27
Баймаҡ районында үткәрелгән "Рух ҡошо" шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә Ниғәмәт урта мәктәбе уҡыусылары ла Ғатауллин Айтуған (9 кл.) һәм Яҡупов Артур (8 кл.) ҡатнашты. Мәртәбәле был бәйгелә мәғариф ветераны, "Йәнгүҙәй" ижад берекмәһе етәксеһе Иҫәнбаева Рәйсә Миҙәхәт ҡыҙы етәкселегендә егеттәр ҙур уңышҡа өлгәштеләр: финалға сыҡтылар һәм маҡтаулы 3-сө урынды яуланылар. Ниғәмәттәрҙең "Рух ҡошо"н Рәйсә Миҙәхәт ҡыҙының ейәндәре Ғәзим ҡурайҙа, ә Нәзилә ҡумыҙҙа уйнап, күтәрмәләп торҙо.