1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Алтын тирмә” – интеллектуаль уйын

“Алтын тирмә” – интеллектуаль уйын

Декабрь 25, 2018 Просмотров: 100

Ниғәмәт урта мәктәбендә предмет аҙналыҡтары бик ҡыҙыҡлы итеп үткәрелә. Был көндәрҙә уҡыусылар төрлө фәндәрҙән үҙ белемдәрен төрлө яҡлап иҫбатлайҙар, уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш ярыштар, бәйгеләр үткәрәләр. Әле тарих, мәҙәниәт һәм йәмғиәтте өйрәнеү көндәре бара. Ул РФ-ң һәм БР-ң Конституцияларының 25 йыллығы айҡанлы үткәрелгән диктант яҙыуҙан башланғайны.

Бөгөн, 24 декабрь Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителеүгә 25 йыл тулды. Тыуған яғыбыҙҙың сәйәси, иҡтисади һәм социаль-мәҙәни үҫеше өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булған был көн Ниғәмәт урта мәктәбендә үҙенсәлекле үткәрелде: 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн "Алтын тирмә" уйыны ойошторолдо. Тарих һәм мәҙәниәт уҡытыусыһы Рәхимова Т.Х. уҡыусыларға республика, тыуған яҡ тарихы буйынса үҙ белемдәрен төрлө яҡлап баһалап ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Бирелгән һүҙгә һүҙ ялғап, тулыландырыу.

Мәҫәлән, ҠУРАЙ һүҙен шулай тулыландырырға мөмкин: 
 Ҡурай тажы ете ырыу 
ҠАҺЫМ - Ҡаһым түрә - яугир, командир.

"Был көн" ярышында тарихи ваҡиғалар менән бәйле әһәмиәтле көндәр барланды: 1 ғинуар - Яңы йыл байрамы Петр I тарафынан 1700 йыл индерелгән икәнлеге, ә 8 март байрамы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән тиң хоҡуҡтар өсөн халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ барлыҡҡа килгән. Бынан 100 йыл элек булған ваҡиғалар, М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, башҡорт халҡының билдәле шәхестәре тураһында һорауҙарға ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яуап эҙләне уҡыусылар.

 "Аҡыл һандығы"нда бик фәһемле мәҡәлдәр ятҡан: "Булыр илдең балаһы берен-бере батыр, тиер", "Башлыҡ булһаң, башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул". Был мәҡәлдәр ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыу өҫтөнә бик тә көнүҙәк булып тора.

Жюри баһаларҙы теүәлләгәнсе, уҡыусылар интерактив таҡтанан билдәле шәхестәр, Өфөләге һәйкәлдәр тураһында мәғлүмәт тупланы. Ишҡыуатов Саньяр, Мансуров Таһир, Йәлмәнбәтова Зифа, Бикмәтов Миңдияр, Рәсүлева Шәүрә иң белемле уҡыусылар булды был интеллектуаль бәйгелә.

"Алтын тирмә" бик фәһемле булды: уҡыусылар тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙең ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле икәнлеген асыҡланылар: Үҙенең тарихын белгән халыҡтың киләсәге лә буласаҡ.

Рәхимова Т.Х., тарих һәм мәҙәниәт уҡытыусыһы