Төбәк-ара башҡорт теленән олимпиада
Январь 15, 2019
Просмотров: 53
9-11 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса төбәк-ара олимпиада булып үтте. Беҙҙең мәктәптән 10-сы класс уҡыусыһы Байғөбәкова Яҙгөл ҡатнашты һәм конкурс шарттарын уңышлы үтеп, призер исеменә лайыҡ булды. Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимйәнова Р.Р.