1. Учителям
  2. Новости
  3. Спартакиада учителей

Спартакиада учителей

Апрель 14, 2021 Просмотров: 59
1 апрель Ниғәмәт урта мәктәбенең мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек йылына спартакиада ойошторолдо. Спартакиадала төп мәктәптең һәм Бикеш, Үрге Яйыҡбай филиалдарының бөтә уҡытыусылары, тәрбиәселәре, хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Спартакиада мәктәп хеҙмәткәрҙәрен туплау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа ҡарата ыңғай ҡараш уятыу маҡсатынан ойошторолдо, ысын байрам рәүешен алды. Ҡатнашыусыларҙың күплеге һәм еңеүгә ынтылышы сараны ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ итте. Ҡатнашыусылар 7 төр ярыш буйынса көс һынашты: волейбол, саңғыла уҙышыу, өҫтәл теннисы, пневматик мылтыҡтан атыу, уҡ атыу, шашки, дартс уйыны, канат тартышыу. Түбәндәге хеҙмәткәрҙәр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттеләр:
Волейбол (ир-егеттәр);
1 урын - Ниғәмәт мәктәбе
2 урын - Бикеш мәктәбе
Волейбол (ҡатын-ҡыҙҙар);
1 урын - Ниғәмәт мәктәбе
2 урын - Бикеш мәктәбе
Шашки;
1 урын - Тансыкужин Р. Г(Үрге Яйыҡбай мәктәбе)
2 урын - Кусеева Г.Р. , Рахимова Т.Х. (Ниғәмәт мәктәбе)
3 урын - Ишмурзина С.И. (Бикеш мәктәбе), Юлгутлина Г.М. (Ниғәмәт мәктәбе)
Уҡ атыу:
1 урын - Тансыкужин Р. Г(Үрге Яйыҡбай мәктәбе), Тайбугина Р.Р., Буранбаева Г.М. (Ниғәмәт мәктәбе)
2 урын - Иҫәнбаев Н.Ә , Мусина З.А.(Ниғәмәт мәктәбе)
3 урын - Лысаков А.В. (Бикеш мәктәбе), Хасанова З.М.(Ниғәмәт мәктәбе)
Пневматик мылтыҡтан атыу:
1 урын - Тансыкужин Р. Г(Үрге Яйыҡбай мәктәбе) , Каримов И.Ш. (Ниғәмәт мәктәбе), Салимьянова Р.Р. (Ниғәмәт мәктәбе)
2 урын - Хасанов Р.Х.(Ниғәмәт мәктәбе), Ковалева Н.Е.(Бикеш мәктәбе),
3 урын - Ишмурзин Р.С. (Бикеш мәктәбе), Мурзагалина Н.Х. (Ниғәмәт мәктәбе)
Өҫтәл теннисы:
1 урын - Зайнуллин М.Р., Азматова А.Г. (Бикеш мәктәбе),
2 урын- Ишмурзин Р.С., Кравчук Н.Х. (Бикеш мәктәбе),
3 урын - Лысаков А.В.(Бикеш мәктәбе), Тайбугина Р.Р. (Ниғәмәт мәктәбе),
Дартс уйыны:
1 урын - Лысакова О.И.(Бикеш мәктәбе),
2 урын - Ковалева Н.Е. (Бикеш мәктәбе),
3 урын - Азаматова А.Г. (Бикеш мәктәбе),
Саңғыла уҙышыу:
1 урын - Ишмурзин Р.С., Ишмурзина С.И.(Бикеш мәктәбе),
2 урын - Иҫәнбаев Н.Ә , Хасанова З.М.(Ниғәмәт мәктәбе),
3 урын - Науширбанова (Бикеш мәктәбе).

Призлы урын алыусыларға Почет грамоталары һәм бүләккә "Карандаш" магазинына сертификаттар тапшырылды. Баш судья итеп ветеран уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Каримов Фәтхулла Зәйнетдин улы саҡырылды. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең уртаҡ көсө менән мәктәп ашханаһында ҡатнашыусылар өсөн туҡланыу ҙа ойошторолдо. Спартакиаданан бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Администрация һәм профсоюз комитетына коллектив рәхмәт белдерҙе. Ҡуйылған бурыстар һәм маҡсат үтәлде, тип танылды.